+19 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Сентябрь , 14:12

Һайлауҙа блогерҙар ҙа эшләй: ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән бүлеште улар

«Һайлау-2026» йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә һайлау участкаларынан күҙәтеүселәр ҙә сығыш яһай. Ишембай һәм Салауат райондарындағы, Өфөнөң Ленин районындағы һайлау участкаларынан блогерҙар тура бәйләнешкә сыҡты һәм әлеге сәғәттәге яңылыҡтары менән таныштырҙы.

Һайлауҙа блогерҙар ҙа эшләй: ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән бүлеште уларҺайлауҙа блогерҙар ҙа эшләй: ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән бүлеште улар
Һайлауҙа блогерҙар ҙа эшләй: ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән бүлеште улар

«Һайлау-2026» йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә һайлау участкаларынан күҙәтеүселәр ҙә даими тура бәйләнешкә сыға.

Бөгөн Ишембай районындағы 2135-се һайлау участкаһында һайлау барышын күҙәткән блогер Зөһрә Хәкимова  менән аралаштыҡ.

– Бөтәһенең дә кәйефе күтәренке, байрамса. Һайлаусылар бик әүҙем. Йәштәр ҙә килде, тәү тапҡыр тауыш биреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ. Кисә, тәүге көндө күберәк кеше, хатта тотош коллективтар, ғаиләләр менән килгәйнеләр. Мин үҙем беренсе тапҡыр күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашам, беҙҙә һайлау өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бөгөн ғаилә парҙары сабыйҙары менән бергә килде. Күҙәтеүселәр берҙәм эшләй, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, командала эшләйбеҙ. Участкала хоҡуҡ боҙоуҙар әлегә күҙәтелмәне. Әлеге сәғәттә беҙҙең район буйынса халыҡтың 40 проценты  үҙ гражданлыҡ хоҡуғын үтәгән дә инде.

 

Радмила Мәжитова иһә Салауат районында 2807-се һайлау участкаһында тауыш биреү барышын күҙәтә:

 

– Беҙҙең район буйынса 60 процент кеше тауыш биргән. Мин һайлауҙа күҙәтеүсе булараҡ өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Кисә халыҡ әүҙем килде. Һайлауҙарҙы кеше мәшәҡәт итеп түгел, ә мөһим эш кеүек ҡабул итә. Күптәрҙең тотош ғаиләләр менән килеүе һөйөндөрә. Оло йәштәгеләр күп, улар парлашып килә. Килгән һәр кемде “Рәхмәт” акцияһының купоны менән бүләкләйбеҙ, уларға ташлама менән ҡулланыу мөмкинлектәре хаҡында әйтәбеҙ. Һәм, әлбиттә, йәш һайлаусылар тауыш бирә. Был гражданлыҡ берҙәмлеге һәм яҡшы күрһәткес өлгөһө.

 

Өфөнөң Ленин районындағы 194-се һайлау участкаһында эшләүсе күҙәтеүсе Руслан Сәйетгәлин һайлау барышы хаҡында былай тине:

– Беҙҙә халыҡ әүҙем, кисә иртәнге сәғәт һигеҙҙә ишекте асып өлгөрмәнек, кешеләр сират тора ине инде. Йәкшәмбе көндө тағы кешеләр ағылыр ул, тип көтәбеҙ. Тәүләп тауыш биреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр бирҙек. Йәш ғаиләләрҙең күкрәк балалары менән дә, өлкәндәрҙең парлашып килеүе лә матур күрһәткес, тимәк, илебеҙ киләсәгенә битараф түгел халыҡ.


#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026 

Фото: «Һайлау-2026» йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас