

“Торатау” конгресс-холында ойошторолған “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә “Эшҡыуарҙар һәм һайлау: Башҡортостанды үҫтереүҙә бизнестың ҡатнашыуы” тип аталған дискуссия майҙаны ойошторолдо.
Унда Башҡортостан Республикаһы “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Айгөл Зөфәр ҡыҙы Баһауетдинова, шәхси эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, Баймаҡ ҡалаһы Советының алтынсы саҡырылыш депутаты Руслан Викторович Сәғәҙиев, шәхси эшҡыуар,хәрби хәрәкәттәр ветераны, МХО яугире Александр Викторович Лесовой, “Сәйәхәттәр республикаһы” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының генераль директоры Регина Дамир ҡыҙы Моратова ҡатнашты. Улар территорияларҙы үҫтереүҙә эшҡыуарҙарҙың һәм туризм өлкәһе вәкилдәренең роле, бизнестың гражданлыҡ яуаплылығы, эшҡыуарҙарҙың республиканың йәмәғәт тормошонда һәм киләсәген булдырыуҙа ҡатнашыуы тураһында һүҙ алып барҙы.
“Бала саҡта атайым һәм әсәйем менән һайлауға бара торғайным, мине берәй тәмлекәс менән һыйлайҙар, шуға ла һайлау көнө матур байрам булараҡ хәтеремдә һаҡланған. Иртә менән ҡыҙыма, әсәйемә, икенсе ҡалалағы тормош иптәшемә шылтыраттым, улар барыһы ла һайлауға барырға йыйыныуҙарын белдерҙе. Етәксе булараҡ, икенсе ғаиләм – командам өсөн дә үҙем өлгө күрһәтергә тейеш икәнемде аңлайым, республика буйынса “Минең бизнесым” үҙәгенең 14 офисы бар, унда эшләгән хеҙмәттәштәремдең дә ғаиләләре менән һайлауға барыуҙары тураһында фотолар ебәреүе ҡыуаныслы. Минең баламдың киләсәге ниндәй булыр, тип уйлана барыһы ла. Әлбиттә, һәр кем балаһының уңайлы шарттарҙа йәшәүен теләй, шуға ла һайлауҙа ҡатнашыу үтә лә мөһим,тип уйлайым”, – тип фекере менән бүлеште “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Айгөл Баһауетдинова.
Александр Королев фотолары.