+19 °С
Ясно


Башҡортостанда беренсе көндә теркәлгән һайлаусыларҙың 31,89 проценты тауыш биргән.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов хәбәр итеүенсә, тауыш биреүҙең тәүге көнө тыныс үткән. “Башҡортостанда беренсе көндә теркәлгән һайлаусыларҙың 31,89 проценты тауыш бирҙе. Был яҡшы һөҙөмтә”, – тип билдәләне ул.
Иң әүҙеме – Асҡын, Благовар, Ейәнсура, Салауат һәм Яңауыл райондары (40 проценттан ашыу), Нефтекама һәм Салауат ҡалалары һайлаусылары.