

Башҡортостанда һигеҙ балалар мәҙәни-мәғариф үҙәге асылды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында хәбәр итте. Яңы үҙәктәр «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Өфө, Октябрьский, Сибай, Мишкә, Ишембай һәм Өфө райондарындағы китапханалар һәм мәҙәни-ял итеү учреждениелары, шулай уҡ республиканың Милли китапхана базаһында ойошторолдо.
Рәсәй Мәҙәниәт министры Ольга Любимова был матур яңылыҡ менән ҡотланы. Үҫеп килгән быуынды яҡлау дәүләт өсөн иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала, тип билдәләне ул. Министр һүҙҙәренсә, быйыл илдең 75 төбәгендә 300 шундай учреждение булдырыу планлаштырыла. Үҙәктәрҙе йыһазландырыуға федераль бюджеттан 30 млн һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде. Был аҡсаға музыка ҡоралдары, заманса мебель, уйынсыҡтар, ноутбуктар, һанлы пианино, лазер проекторҙары, китаптар һәм интерактив ҡорамалдар һатып алынды.
– Был беҙҙең балаларҙы ҡыҙыҡтырып тартып торған үҙәккә әйләнер, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – Илдең Мәҙәниәт министрлығына беҙҙең төбәккә иғтибары өсөн рәхмәтлебеҙ. Федераль һәм үҙ мөмкинлектәребеҙ иҫәбенә беҙ инфраструктураны үҫтереүҙе, мәҙәниәт йорттарын, театрҙарҙы, китапханаларҙы, сәнғәт мәктәптәрен төҙөү, төҙөкләндереү һәм йыһазландырыу эшен дауам итәсәкбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.