+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Март , 21:00

Йәштәр килер – матбуғат йәшәр!

Өфө Фән һәм технологиялар университетында һөнәри йүнәлеш биреү сараһы уҙҙы.  

Йәштәр килер – матбуғат йәшәр!
Йәштәр килер – матбуғат йәшәр!

Өфө Фән һәм технологиялар университетында һөнәри йүнәлеш биреү сараһы уҙҙы. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина ойошторған  «Карьера көнө»ндә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң медиадиректоры Марсель Байдәүләтов, баш мөхәррирҙәр Миләүшә Ҡаһарманова, Сәлмән Ярмуллин, Лариса Абдуллина һәм матбуғатта оҙаҡ йылдар эшләгән журналистар ҡатнашты. Йәштәрҙе редакцияларҙа эшләүгә һәм хеҙмәттәшлек итеүгә ылыҡтырыу маҡсаты менән үткәрелгән осрашыу фәһемле һәм йөкмәткеле үтте: студенттар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән сығыш яһаны, журналистар уларға яуаптар бирҙе, мөһим кәңәштәре менән бүлеште. Ҡыҙыҡһыныусан йәш быуын менән аралашыу киләсәктә редакцияларға йәштәр килер, милли матбуғат йәшәр, тигән өмөттө нығытты.  

Фото: Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты социаль сайтынан.

Йәштәр килер – матбуғат йәшәр!
Йәштәр килер – матбуғат йәшәр!
Йәштәр килер – матбуғат йәшәр!
Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас