-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Февраль , 11:43

Китапхананың олуғ юбилейы

Март айында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана үҙенең 190 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй.

Китапхананың олуғ юбилейы
Китапхананың олуғ юбилейы

Ошо уңайҙан кисә, йәғни 5 февраль, “Рәсәй. Башҡортостан” телеканалының тура эфирында журналистар ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Милли китапхана директоры Айгөл Әминева, һирәк баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар мөдире Флүр Сибәғәтов, бүлек мөдире Заһир Ишкинин һәм Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының Үҙәк район китапханаһы директоры Гөлшат Вафиналар китапхана эшмәкәрлеге, юбилей йылының төп ваҡиғалары, план-проекттары хаҡында һөйләне.

         Абруйлы китапхананың тарихы 1836 йылдың 25 мартынан башлана. Был хаҡта белешмә Ырымбур өлкә архивында һаҡлана. “Ошо йылдар эсендә күп нәмә үҙгәрҙе, тик бер нәмә генә үҙгәрешһеҙ ҡала килә: беҙ уҡыусыға һәм  китапҡа хеҙмәт итәбеҙ”, - тине Милли китапхана директоры Айгөл Рафаил ҡыҙы. Китапханала һаҡланған иң боронғо китап тураһында ғалим, доцент, филология фәндәре кандидаты Флүр Шәрифулла улы бәйән итте. Ул - 1512 йылда Парижда баҫылған  китап Иоанн Дамаскиндың әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ. 1836 йылда китапхана фондында 236 баҫма иҫәпләнһә, 1838 йылда уларҙың һаны 494-кә етә.

Шуныһы ҡыуаныслы, яңы быуын китапханалары заман менән бер ҡатарҙан атлай. Бөгөн унда рәхәтләнеп китап уҡыу, белем эстәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Хатта йәш әсәйҙәр һәм  мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Юбилей йылында Милли китапхана тарафынан оффлайн һәм онлайн форматта күп һанлы саралар үтәсәк. Планда китапхана тарихына арналған бай йөкмәткеле китап сығарыу, Халыҡ-ара практик конференция уҙғарыу, төрлө тематик конкурстар ойоштороу ҡаралған. Ә 9-15 февралдә Милли китапханала “Һөйөү менән китап бүләк ит!” Бөтә Рәсәй акцияһы старт ала.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

 

 

Автор: Айзилә Мортаева
Читайте нас