-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Февраль , 09:46

Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп

Башҡортостандла оло йәштәгеләрҙең һанлы хәүефһеҙлеге буйынса проект эшләй башлай.

Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп
Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп

Башҡортостандла оло йәштәгеләрҙең һанлы хәүефһеҙлеге буйынса проект эшләй башлай.

 

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Оло быуын кешеләре өсөн һанлы хәүефһеҙлек” проектын тормошҡа ашырыу буйынса семинар-кәңәшмә үтте.

Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закон сығарыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина әйтеүенсә, федераль кимәлдә кибермутлашыуға ҡаршы тороу буйынса саралар әҙерләнгән. Бөгөнгө көнгә тиклем һанлы мутлашырға тырышыуға оло йәштәгеләрҙең 80 проценттан ашыуы осраған. Уларҙың яртыһы был хәлдә ни эшләргә икәнен белмәй. Закондарға үҙгәрештәр индереү кире тенденцияны туҡтатыуға йүнәлтелгән.

“Оло быуын кешеләре өсөн һанлы хәүефһеҙлек” проекты Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырыла. Рәсәй юристары ассоциацияһының Өфө бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы (БАГСУ) юридик клиникаһы етәксеһе Василиса Курбанова уның кибермутлашыуҙы иҫкәртеүгә, һанлы грамоталылыҡты арттырыуға йүнәлтелгәнен билдәләп үтте.

Оло йәштәгеләрҙең ҡағыҙға баҫылғанға ышаныуын иҫәпкә алып, рус һәм башҡорт телдәрендә мәғлүмәти буклеттар сығарыу һәм социаль учреждениелар, күп функциялы үҙәк офистары аша таратыу ҡарала. Мутлашыусыларҙың ете төп схемаһы тураһында һөйләгән видеояҙмалар булдырыу һәм уларҙы телевидение аша, МФЦ, поликлиника һәм башҡа урындарҙа күрһәтеү планлаштырыла. Февралдән сентябргә тиклем оло йәштәгеләр өсөн ҡалаларҙа һәм райондарҙа осрашыуҙар ойошторола.  Проектта алтмыш йәштән оло һигеҙ мең кеше ҡатнашыр, тип көтөлә.   

Башҡортостан Республикаһы Конституцион советы менән Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас