-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Ғинуар , 11:23

Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона

“Кесе Ватан – Рәсәй көсө” III Бөтә Рәсәй муниципаль форумы сиктәрендә “Муниципалитеттарҙың иҡтисади үҫешендә ҡатын-ҡыҙ башланғыстарының роле”панель сессияһы үтте.

Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона

“Кесе Ватан – Рәсәй көсө” III Бөтә Рәсәй муниципаль форумы сиктәрендә “Муниципалитеттарҙың иҡтисади үҫешендә ҡатын-ҡыҙ башланғыстарының роле”панель сессияһы үтте.

 

Ҡатын-ҡыҙ башланғысы. Уның үҙенсәлеге, уникаль стратегик потенциалы нимәлә? Ниндәй ярҙам саралары тап ҡатын-ҡыҙ инициативаһын күтәреү өсөн булышлыҡ итер? Түңәрәк өҫтәл артында ошо хаҡта һөйләшеү барҙы.

 “Рәсәй тарихында ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ ҡыйыу рәүештә яуаплылыҡты һәм ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисеүҙе үҙ өҫтөнә ала, ойошмаларҙы, ҡалаларҙы етәкләй, станок артында тора, шул уҡ ваҡытта ғаиләһе, туғандары, яҡындары тураһында хәстәрлек күрә”, – тине сессияның модераторы, “Бәхет биләмәһе”, “Өфө хосписы”, “Воскресенский собор” хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Владимировна Хәбирова.

Башҡортостанда шәхси эшҡыуарҙарҙың 40-тан ашыу процентын ҡатын-ҡыҙ  биләй. Дәүләт граждан (муниципаль) хеҙмәтендә 77 процент хеҙмәткәрҙәр – гүзәл зат. Сауҙа һәм мәғариф өлкәһендә – 83, туризмда – 74, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә – 80, финанс һәм страховкалауҙа – 69, мәҙәниәт, спорт, ял ойоштороуҙа 67 процентты ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Улар ирекмәнлек хәрәкәтендә лә алда бара (етәкселәрҙең 80 проценты – ҡатын-ҡыҙ).

“Етәксе ҡатын-ҡыҙға кешеләр ҙурыраҡ өмөт менән килә, уны тыңларҙар, ярҙам итерҙәр, тип ышана. Һеҙ һәр башланғысҡа күңел һалып тотонаһығыҙ, – ти Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы (ВАРМСУ) рәйестәше, Федерация Советының федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы иҙидара һәм Төньяҡ эштәре буйынса Комитеты рәйесе Андрей Шевченко. – Ҡатын-ҡыҙ инициативаһын күтәрергә кәрәк. Төрлө кимәлдә власта ҡатын-ҡыҙ мөмкин тиклем күберәк булырға тейеш, тип иҫәпләйем”.  

“Ҡатын-ҡыҙ үҙенә һалынған ижадты йәшәгән еренә, эшләгән эшенә һөйөү менән берләштерә, шул рәүешле үҙе етәкләгән урынды ла үҫтерә. Әлбиттә, беҙҙә ҡатын-ҡыҙ башланғысы социаль эшҡыуарлыҡта бик үҫешкән. Башҡортостанда 600 самаһы шундай предприятие бар һәм статистика буйынса уның 80 процентында ҡатын-ҡыҙ йәлеп ителгән. Шуға ла мин, республикабыҙҙа һәм илебеҙҙә етәксе вазифаларында ҡатын-ҡыҙ күберәк булһа, был социаль яуаплы гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенә һәм тормош һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға файҙа ғына килтерәсәк, тип уйлайым”, – тине Каринэ Хәбирова.

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.  “Республикабыҙҙа муниципалитеттарҙа алты ҡатын-ҡыҙ етәкселек итә. Һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә лә изгелек, күңел йылыһы һала. Был бигерәк тә әле, донъяла еңел булмаған ваҡыттарҙа, күптәр көслө стресс кисергәндә айырыуса мөһим. Ҡайһы берҙә кешелек ориентирҙарын юғалтҡандыр кеүек тойолоп китә. Әммә тап һеҙҙең ихласлығығыҙ һәм тыныслығығыҙ көслө ирҙәргә лә кәрәк”, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларға муниципаль хеҙмәттә эше өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото – форумдың матбуғат хеҙмәте.

 

#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026

#Республика_Башкортостан_Уфа

#ВАРМСУ

Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Ҡатын-ҡыҙ һәр эшкә һөйөү менән тотона
Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас