Нәшриәт Урал аръяғы авторҙары китаптарын тәҡдим итте.
Фестиваль ҡунаҡтары иғтибарына тәҡдим ителгән китаптар араһында Бөрйән районында тыуып үҫкән Миләүшә Ҡаһарманованың Урал аръяғы халҡының яҙмышы хаҡында бәйән иткән «Бетерә шаршыһы» повестар йыйынтығы, балалар яҙыусыһы, сығышы менән Баймаҡтан Тимур Рәхмәтуллиндың «Тылсым эйәләре» тигән сағыу китабы һәм Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-бестселлеры урын алған.
Ҡунаҡтар «Китап» сатырында Мәхмүт Сәлимовтың «Башҡорт аты» китабы менән таныша ала. Баҫма «Башҡорт аты – 2024» фестивале айҡанлы донъя күргәйне. Уникаль йыйынтыҡта башҡорт аты тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, риүәйәттәр һәм хикәйәләр тупланған. Автор башҡорттарҙа ат культын билдәләй, традицион ҡымыҙ эсемлегенә, ерле халыҡтың көнкүреше һәм йолаларына иғтибар бүлә.
Бынан тыш, “Китап” нәшриәте “Башҡорт аты” фестиваленә урыҫ телендә донъя күргән «Музы не молчат. Башкортостан. 2022-2025» тигән фундаменталь йыйынтығын алып килә. Унда рәссамдар, шағирҙар, музыканттар һәм фотографтарҙың хәрби хәрәкәттәр зонаһына йәки гуманитар сәйәхәт һөҙөмтәләре нигеҙендә ижад ителгән әҫәрҙәре туплаған. Был баҫма магазинда бер нисә көн элек кенә һатыуға сығарылған. Ә уның тәүге даналары яңыраҡ Өфөлә үткән Армия мәҙәниәте көндәренең абруйлы ҡунаҡтарына тапшырылды.