-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентябрь , 13:30

“Изге подписка”

“Урал аръяғы” инвестһабантуйында “Изге подписка” акцияһында Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡатнашты.

“Изге подписка”
“Изге подписка”

“Урал аръяғы” инвестһабантуйында “Изге подписка” акцияһында Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡатнашты.

Улар араһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибовтың булыуы акцияның әһәмиәтен  арттыра. Һәр ваҡыттағыса, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та сараға үҙ өлөшөн индерҙе.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов Башҡортостандан сыҡҡан яугирҙарҙың балаларына 50 дана “Аҡбуҙат” журналын яҙҙырҙы.

БР Хөкүмәтенең Мәғлүмәт тәьминәте һәм киң мәғлүмәт саралары менән эш итеү департаменты директоры Альбина Вәлиева ярҙамы менән бер нисә МХО ҡатнашыусыһының ғаиләһе “Башҡортостан” гәзите менән гәзиттең “Башҡортостан. Йома” сығарылышын алдырасаҡ.

– “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто менән Рәсәй почтаһының “Изге подписка” акцияһы – бик кәрәкле һәм изге ниәтле башланғыс. Унда йыл әйләнәһенә почтаның бөтә бүлексәләрендә, шулай уҡ “Матбуғат йорто”нда ҡатнашырға мөмкин, – тине Альбина Вәлиева.

Инвестһабантуйҙа йөрөгән итальян эшҡыуары Элио Капиелло ла акцияға ҡушылды. Ул МХО ҡатнашыусыһы ғаиләһе өсөн “Аҡбуҙат” балалар журналын яҙҙырҙы.

“Изге подписка”
“Изге подписка”
“Изге подписка”
“Изге подписка”
“Изге подписка”
“Изге подписка”
“Изге подписка”
“Изге подписка”
“Изге подписка”
Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас