-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Сентябрь , 12:59

Башҡорт аты гимны яңғыраны

Гимн «Башҡорт аты» фестивалендә ат парадында "Атайсал" ансамбле башҡарауында яңғыраны.

Башҡорт аты гимны яңғыраны
Башҡорт аты гимны яңғыраны

Гимн «Башҡорт аты» фестивалендә ат парадында "Атайсал" ансамбле башҡарауында яңғыраны.

  

Был фестивалде асыу тантанаһының сағыу ваҡиғаһы булды.

Фестивалдең төп йырына иғлан ителгән конкурста композитор Рәмил Туйсин еңеүсе булды. Ул «Башҡорт аты» гимнының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне:

– Конкурс иғлан ителгәс, шағирә Фирүзә Абдуллина менән ҡатнашырға булдыҡ. Элек эстрада йырҙарын бергәләп ижад иткәнебеҙ бар ине, был идея ла беҙгә ҡыҙыҡ тойолдо. Мин үҙем музыкант-фольклорсы, хәрби темаға арналған башҡорт халыҡ йырҙарында ла, көнкүреш йырҙарында ла аттар йыш телгә алыныуын яҡшы беләм. Шуға күрә артыҡ баш ватырға тура килмәне; һүҙҙәр ҙә, көй ҙә үҙенән-үҙе тыуҙы. Йырҙың яңғырашын замансараҡ итергә тырыштыҡ.

Рәмил Туйсин да, Фирүзә Абдуллина ла Баймаҡ районында үҫкән. Башҡорт атының гимнын ижад иткәндә бала сағын, тыуған ауылын йыш иҫкә төшөргәндәр.

– Тарихым менән илһамландым, — ти Рәмил Туйсин.

Автор:
Читайте нас