-6 °С
Ҡар
Акцияла башҡорт, урыҫ, татар, удмурт, сыуаш, мари телдәрендә сыҡҡан 146 дәүләт баҫмаһы ҡатнаша.
Баймаҡ районының Граф күлендә үткән фестивалдең һәр ҡунағы туғандарына, дуҫтарына, хәрби хеҙмәттә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә йәки мохтаждарға гәзит-журналдарға яҙылыу бүләк итә алыу мөмкинлегенә эйә.
“Изге подписка” акцияһында йыл дауамында ҡатнашырға мөмкин. Рәсәй почтаһының һәр бүлексәһендә йәки Матбуғат йортонда баҫмаларыбыҙҙы туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға, мохтаждарға яҙҙырырға була.
Фото – “Башҡорт аты” фестиваленең матбуғат хеҙмәте.