Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара. Ул һәр саҡ ҙур ваҡиға. Форумдың ҡиммәте шунда: уның һәр бүлеге аныҡ пландарға йүнәлтелгән. Илдәрҙе, хатта ҡитғаларҙы берләштергән майҙансыҡ гөрләп тора. Башҡортостанға Рәсәйҙең 28 төбәгенән һәм 10 илдән, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Италия, Төркиә, Ҡытай, Белоруссия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Берләшкән Ғәрәп Эмираттары һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр ҡатнаша.
“Изге яҙылыу” хәйриә акцияһы ла инвестиция һабантуйы сиктәрендә ойошторолдо. Форум ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары акцияға әүҙем ҡушыла һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен республика һәм район баҫмаларына дәррәү яҙҙыра.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рауил Хәсәнов шундай яугир ғаиләләрҙең береһенә «Аҡбуҙат» балалар журналын яҙҙырҙы:
– Бөгөн беҙ яҡшы эштәргә, изге хәбәрҙәргә мохтаж. Балалар журналы оҡшай миңә, ул кескәйҙәрҙә яҡшы ғәҙәттәр тәрбиәләй һәм матур ғәмәлдәрҙе өйрәтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Изге яҙылыу" акцияһы Өфөлә "Китап байрам" китап йәрминкәһендә барлыҡҡа килде. Уны Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәрҙе.
Фото: "Башинформ"дан.