-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Сентябрь , 15:00

Ләйсән Үтәшева өсөнсөгә әсәй булырға йыйына!

"Икенсе баламды тапҡандан һуң һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡтыр килеп тыуғайны”, — ти данлыҡлы яҡташыбыҙ бер интервьюһында.

Ләйсән Үтәшева өсөнсөгә әсәй булырға йыйына!
Ләйсән Үтәшева өсөнсөгә әсәй булырға йыйына!

"Икенсе баламды тапҡандан һуң һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡтыр килеп тыуғайны. Гемоглобиным ныҡ төштө, тәүҙә бәләкәстәрҙе бер аҙ үҫтерергә, үҙемә нығынырға кәрәк ине”, — ти данлыҡлы яҡташыбыҙ бер интервьюһында.

Ул ЭКО мөмкинлеген ҡуллланыуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай, әммә әлегә үҙе йөккә ҡала алырына ышана. "Теләгебеҙ ғәмәлгә ашырына өмөтөбөҙ ҙур", – тип белдерә ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ләйсән Үтәшева менән Павел Воля 12 йәшлек Роберт менән 10 йәшлек Софияны тәрбиәләй. Балаларҙың икеһе лә, күрәһең, һеңле йәки ҡусты булыуына ҡаршы түгел. Үтәшева әйтеүенсә, ҡыҙы үҙе инде апай булырға әҙер. "Минең Софиям – бәпәй ҡараусым бар. Балалар магазинда ҡурсаҡ йәки уйынсыҡ күрһә, ҡасан туғаныбыҙ була, тип миңә йүгереп килә. Яҙған булһа, насип итер”, – ти гимнастка.

Ләйсән Үтәшева өсөнсөгә әсәй булырға йыйына!
Ләйсән Үтәшева өсөнсөгә әсәй булырға йыйына!
Ләйсән Үтәшева өсөнсөгә әсәй булырға йыйына!
Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас