-6 °С
Ҡар
«Динамо-Нева» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылғы Олимпиадала ҡатнашыусы, Рәсәйҙең йыйылма командаһы ҡапҡасыһы Диана Фәрхетдинова профессиональ карьераһын тамамланы. Голкипер Петербург командаһында биш миҙгел уйнаны, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионы булды.
Уның иҫәбендә – 179 матч. Клубта Дианаға рәхмәт белдерҙеләр һәм киләсәк тормошонда уңыштар теләнеләр. Әлегә ул киләсәккә пландары хаҡында сер һаҡлай. Әммә киләсәктә тренерлыҡ эше менән дә шөғөлләнергә мөмкин тәжрибәле спортсы.
Сығанаҡ: "Башинформ".