Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Баймаҡ районында «Граф» күле янында уҙасаҡ «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә ҡатнаша. Был сара 6 сентябргә билдәләнгән.
Артистарҙың сығышы интерактив программанан башлана: кескәй ҡатнашыусыларға аттар, уларҙың тоҡомдары хаҡында һөйләйәсәктәр, тарихтағы иң билдәле аттарҙы хәтергә төшөрәсәктәр. Ҡурсаҡсылар йомаҡтар әйтәсәк, викторина үткәрәсәк, әүҙем тамашасыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Театр артистары «Башҡорт аты» ҡунаҡтарына төрлө спектаклдәҙән өҙөк күрһәтәсәк. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры программаһы «Һоросай һәм Ҡарасай» башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса «Ике бесәй» спектакле менән тамамланасаҡ.