-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Сентябрь , 21:19

«Салауат» йәмғиәте вәғәҙәләрен үтәй: Буранғолда интернат яңыртылды

  1 сентябрҙә капиталь төҙөкләндереүҙән һуң Әбйәлил районында Буранғол урта мәктәбе интернаты үҙ ишектәрен асты. Иҫкергән бинанан каникулға киткән балалар заманса талаптарға яуап биргән яңы интернатҡа йыйылды. Быйыл бында Шәрип, Мәйгәште, Юлдаш, Рысҡужа, Үтәгән кеүек алыҫ ауылдарҙан 29 бала йәшәйәсәк.  

«Салауат» йәмғиәте вәғәҙәләрен үтәй: Буранғолда интернат яңыртылды
«Салауат» йәмғиәте вәғәҙәләрен үтәй: Буранғолда интернат яңыртылды

Интернат Әбйәлил районындағы «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иҫәбенә төҙөкләндерелде. Компания объектты яңыртыуға 100 миллион һум аҡса бүлгән.

– Буранғол интернатын төҙөкләндереүҙе изге бурысыбыҙ итеп күрҙек, балаларҙың  уҡыу, спорт һәм ял өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған яҡты, йылы бинала йәшәүе беҙҙең өсөн тәүмаҡсат ине. Бүлмәләр заманса ҡорамалдар, кәрәкле инвентарь менән йыһазландырылған. Күп функциялы кабинеттар, заманса ашхана, йәшелләндерелгән биләмә уҡыусыларға белем тауына үрләргә этәргес булыр, – тип белдерҙе «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев.

 

Төҙөлөш 1100 квадрат метр майҙанда барған. Иҫке бинанан стеналар ғына ҡала, интернат тулыһынса тиерлек яңыртылып төҙөлә, ә  эсендә бөтөнләй яңы инфраструктура булдырыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бейеү, тренажерҙар һәм көрәш залдары, ашхана блогы, йыуыныу бүлмәләре, музей, хеҙмәт кабинеты барлыҡҡа килә.

Интернат бинаһында урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктының да яңырыуына айырыуса һөйөндө Буранғол халҡы. Шулай уҡ был бинаның йылы яҡты, бүлмәләренең бер өлөшөнә урындағы балалар баҡсаһынан кескәйҙәр күсте.

 

Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев педколлективты, уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен мөһим ваҡиға менән ҡотланы:

– Төҙөлөш барышында беҙ бында Күҙәтеү советы ағзалары менән бер нисә тапҡыр булдыҡ. Төҙөүселәр тырышып эшләне. Буранғолдарҙың хәҙер үҙ автобусы, заманса интернаты, бөтә шарттарға яуап биргән матур бинаһы бар, — тип билдәләне ул һәм инвесторға — «Салауат» йәмғиәтенә рәхмәт әйтте, уңыштар теләне.

Яңы объектты күрергә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеген тикшереү өсөн махсус булдырылған БР Экология министрлығы ҡарамағындағы Күҙәтеү советы ағзалары килде. Улар араһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тележурналист Рәмзиә Кәримова ла бар ине.

– Интернат – ул балаларҙың йәшәү урыны ғына түгел, ә ата-әсәләр үҙ сабыйҙарын ышанып тапшырған белем усағы. Хәҙер өлкәндәр ҙә тынысланып ҡалғандыр: ҡурсыулы, йылы мөхиттә бәләкәстәренең тамағы туҡ, күңелдәре көр. Яҡшы шарттар булдырылған. Әлбиттә, сифатлы белем алыу өсөн көслө педагогтар кәрәк. Урындағы балалар артабан да уҡыуҙарын лайыҡлы дауам итер, тип ышанам — Буранғол ауылы һәр ваҡыт үҙенең күренекле кешеләре дан тотто, – тине тележурналист.

"Салауат" йәмғиәте тәүге көндән үҙен социаль яуаплы компания тип күрһәтте. Бағыусылыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошма күп балалы ғаиләләргә үҙ иҫәбенә матбуғатҡа яҙылыу ҙа ойошторҙо. Улар ярҙамында лагерҙарҙа яңы спорт майҙансыҡтары асылды. Хәҙер компанияның һалымдары район һәм республика ҡаҙнаһына йүнәлтеләсәк. Тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлгәндән башлап ул Әбйәлил районы бюджетына йылына 250-шәр миллион һум һалым күсерәсәк, ә бөтә һалым түләүҙәрҙең хаҡы 26 миллиард һум тәшкил итергә мөмкин.

Сергей Словохотов фотолары.

«Салауат» йәмғиәте вәғәҙәләрен үтәй: Буранғолда интернат яңыртылды
«Салауат» йәмғиәте вәғәҙәләрен үтәй: Буранғолда интернат яңыртылды
Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас