-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
28 Август , 11:08

Рәмил Бәҙәмшин үҙенең яңы йырын башҡарҙы

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөнөң Совет майҙанында йырсы Рәмил Бәҙәмшин үҙенең "Йәшә, герой!"тигән йырын тәҡдим итте.

Рәмил Бәҙәмшин үҙенең яңы йырын башҡарҙы
Рәмил Бәҙәмшин үҙенең яңы йырын башҡарҙы


- Илебеҙҙә һуғышта яҡындары, таныштары һәм дуҫтары булмаған кешеләр ҡалмағандыр, моғайын. Миңә килгәндә, унда минең ҡустым. Өс йылдан ашыу барған махсус хәрби операция миңә бик күп яҡын кешеләр бүләк итте. Мин уларҙы туғандарым һымаҡ күрәм. Һәм был буш һүҙ түгел. Һәр йырҙа конкрет яугир яҙмышы тураһында һүҙ бара. Һәр йыр яугирҙарҙың батырлығы менән һуғарылған

 

- "Йәшә, герой!" йыры баҡыйлыҡҡа күскән яугирҙарға арналған. Беҙ уларҙы һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ икән, тимәк, улар беҙҙең эргәлә. Хәтерҙең йәшәүе мөһим. Бындай композиция яҙыу идеяһы миндә күптән барлыҡҡа килгәйне, ә Доставалов исемендәге башҡорт батальонының беренсе командиры, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының командир урынбаҫары, штаб начальнигы Мәжит Байдәүләтов үтенесен еткергәс, эшкә тотондом. Ул һәр яугир өсөн борсола һәм һәр юғалтыуҙы шәхси ҡайғы итеп ҡабул итә, шуға күрә егеттәрҙең йырҙарҙа йәшәүен теләй, - тине башҡарыусы.

Автор:
Читайте нас