- Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һеҙҙең ярҙамығыҙ бик кәрәк. Барығыҙға ла — мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, хәрби корреспонденттарға, ирекмәндәргә — еңеүгә булышлыҡ иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ!
Оборона министры урынбаҫарының рәхмәт хаты менән башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә билдәләнде: Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле директоры Нәзир Байегетов, Башҡортостан телерадиокомпанияһының танып белеү программалар редакцияһы етәксеһе Гүзәл Хәмитова, Сәхнә оҫталары союзы рәйесе Рәмил Бәҙәмшин һәм «Каруанһарай» төркөмө солисы Заһир Иҫәнсурин.
Шулай уҡ, Оборона министрлығының рәхмәт хаты Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәевҡа һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты Радик Динәхмәтовҡа тапшырылды. Бүләкләү тантанаһына, улар махсус операция зонаһында булғас, килә алманы. Ойоштороусылар бүләктәр уларға тиҙҙән тапшырыласаҡ, тип белдерҙе.