+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
24 Август 2025, 07:50

Китапханасылар йыйылды

Башҡортостан Республикаһында Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Хәҡиҡәт һағында” китапхана форумы үтте.

Китапханасылар йыйылдыКитапханасылар йыйылды
Китапханасылар йыйылды

Башҡортостан Республикаһында Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Хәҡиҡәт һағында” китапхана форумы үтте.

 

Форумдың төп маҡсаттарының береһе – патриотик тәрбиә, тарихи хәтерҙе һаҡлау.

Республика китапханалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, ҡунаҡтар түңәрәк өҫтәл артына йыйылды. Һүҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә әҙәбиәттең роле, тарихты боҙоуға ҡаршы тороу тураһында барҙы.

Фойела Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ойошторған “Үткәнде һаҡлау – киләсәкте һаҡлау” китаптар күргәҙмәһе ойошторолған. Унда хәрби-патриотик темаға арналған баҫмалар ҡуйылған. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Скорняковтың геройҙарҙы һәм махсус хәрби операция ваҡиғаларын һүрәтләгән картиналары урын алған.

Фото Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас