

Ойоштороусылар белдереүенсә, "Ел моңо" фестивале республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиға һәм уникаль проекттарҙың береһе булмаҡсы. Өс көн дауамында барған байрам матур тәбиғәт ҡосағында, бушлай уҙа. Беренсе көндә фестивалдә ҡатнашыусылар урманға барып көпшә ҡырҡып, ҡурай эшләргә өйрәнәсәк. Кисен усаҡ янында халҡыбыҙҙың йыр-моңдарына сорналып, талантлы ҡурайсы менән йәнле аралашыу планлаштырылған. Икенсе көндә Роберт Юлдашевтың остазы Юлай Ғәйнетдиновтан ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк. Шулай уҡ программала төрлө музыкаль инструменттарҙа сығыш яһау, оҙон көй, рус халыҡ йырҙарын башҡарыу, “Урал батыр” эпосын һөйләү ҡаралған. Был көндөң төп бәйгеһе – ҡурайсылар ярышы. Кисен иһә усаҡ янында күңелле “Ритайым” көтә.
Фестивалдең һуңғы көнөндә изге Торатауға менеп, Ҡояшты сәләмләү һәм “Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт һәм тыныслыҡ” гимнын башҡарыу көтөлә. Был көндә данлыҡлы көрәшсе, донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов көрәш ярышы уҙғара. Сәғәт 16.00 фестивалдең Гала-концерты була. Унда Алтай һәм Силәбе өлкәһенән махсус саҡырылған ҡунаҡтар, “Guzal Dance”, “Солнышко” һ.б сығыш яһаясаҡ. Һәм, әлбиттә, Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” этно-төркөмө һеҙгә үҙенең иң илаһи ҡурай моңдарын бүләк итәсәк! Урал тауҙарында ғына үҫкән ҡурайҙа уйнауҙы, халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы, алтын бренды булған милли ҡоралды пропагандалауҙы, уның моңон йәш быуынға еткереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған “Ел моңо” фестивален үткәреүселәргә аҡ юл!