

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Парламент рәйесе Константин Толкачев медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.
Бүләкләү тантанаһына бөтә республиканан дауалау учреждениелары етәкселәре, табиптар, фельдшерҙар, башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
– Медицина – һөнәр генә түгел, ул күңел саҡырыуы, юғары бурыс. Һеҙ үҙегеҙгә ҙур яуаплылыҡ алаһығыҙ – кеше ғүмерҙәрен ҡотҡараһығыҙ, ауырлыҡтарҙы еңеләйтәһегеҙ, өмөт уятаһығыҙ. Быны көн һайын башҡараһығыҙ, ҡайһы саҡ еңел булмаған шарттарҙа эшләргә тура килә, йыш ҡына үҙ һаулығығыҙ һәм ваҡытығыҙ менән дә иҫәпләшмәйһегеҙ, – тине Константин Толкачев.
Фотоһүрәт БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтынан алынды.