

Бөгөн “Торатау” конгресс-холл бинаһында барған форумда ун майҙансыҡ эшләне. “Ғаилә ҡиммәттәре. Беҙ – ғаилә усағын, йолаларҙы, Атайсалдың именлеген һаҡлаусы” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республика “Ир-егеттәр ҡоро”йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, уның урынбаҫары Раян Миһранов, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика ашҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, МХО ветераны, Өфө районының атайҙар советы етәксеһе Рәжәп Арыҫланов, Стәрлетамаҡ “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Земфира Ибраҡова, “Атайсал” төбәк гәзитенең баш мөхәррире, күренекле прозаик Хәйҙәр Тапаҡов һәм төрлө райондарҙан килгән “Атайҙар ҡоро” рәйестәре һәм ағинәйҙәр ҡатнашты.
Сара бик йәнле әңгәмә рәүешендә барҙы, һәр ҡатнашыусы үҙен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, тәҡдимдәрен еткерҙе.”Атайсал” проектының мөһимлеге шунда:ул ситтә йәшәгән һәр кешегә тыуып үҫкән йәнтөйәгенә ярҙам ҡулы һуҙырға булышлыҡ итә, ә тыуған ерендә көн күргәндәргә тағы ла мөһимерәк – атайсалын ҡурсалау, ғаилә усағын һаҡлау бурысы йөкмәтелгән”, – тип билдәләне секцияның модераторы Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. “Тәүге ауаз һалған, тәпәй баҫып киткән тыуған нигеҙҙе ҡоротоу, ҡәҙерле ата-әсәйеңдең йән көсө менән төҙөлгән йортоңдо һатып ебәреү – ғәфү итә алмаҫлыҡ оло енәйәткә, хыянатҡа тиң. Мин уны аңламайым да, ҡабул да итә алмайым. Киреһенсә, атайсал нигеҙен тергеҙеү – беҙҙең иң төп бурысыбыҙ.Сөнки, ауылдарыбыҙ юҡҡа сыҡһа, халҡыбыҙ ҙа бөтәсәк.Ташландыҡ нигеҙҙе тергеҙеү, урынына яңы йорт һалыу, балаларҙы ата-бабалар төйәгенә яҡынайтыу – һәр уйлы, аңлы башҡорттоң изге ғәмәле”, – тине Зариф Закир улы үҙ сығышында.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәжәп Арыҫлановтың, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың, Учалы районы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаеваның, Туймазы ҡалаһы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатованың төплө фекерҙәре, фәһемле сығыштары түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.