

Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы 2023 йылдың декабрендә журналист коллегалары менән МХО биләмәһендә була һәм ошо командировка буйынса «Һуғышҡа ҡатын-ҡыҙ ҡарашы» тип аталған мәҡәләләр серияһын яҙа. “Яҙғандарымды халыҡ йылы ҡабул итте һәм улар буйынса бик күп хат-хәбәрҙәр алдым. Бер аҙҙан «Интеллигент» хикәйәһе тыуҙы, ул хәрби-патриотик темаға арналған әҙәби, музыкаль һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре буйынса үткәрелгән республика конкурсында «Әҙәбиәт» номинацияһында икенсе урынды яуланы. Минеңсә, тап ошо сәбәптән минең тексымды һайлағандар”, – ти прозаик Миләүшә Ҡаһарманова.
Яҙыусы Зөһрә Ҡотлогилдинаның диктант өсөн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Беҙ – һуғыш балалары» тигән дүртенсе китабынан өҙөк алынған. Был текст башҡорт телен өйрәнә башлаусылар өсөн.
Диктантты ике форматта яҙырға мөмкин. 26 апрелдә
- М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты,
- Өфө фән һәм технологиялар университеты,
- Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты,
- БР Милли музейы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы,
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана,
- Өфө күп профилле һөнәри колледжы,
- Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы,
- Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты,
- Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы майҙансыҡтарында оффлайн яҙырға була. Ә 26-28 апрелдә онлайн форматта үтә. Дикторҙар менән тура эфир 26 апрелдә 11:00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында башлана.