+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Апреля 2025, 10:47

Биш китаптың исем туйы үтте

Кисә Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала рус телендә донъя күргән яңы китаптарҙың исем туйы үтте. Ул “Ут күршеләр” әҙәби-танытыу проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.

Биш китаптың  исем туйы үттеБиш китаптың  исем туйы үтте
Биш китаптың исем туйы үтте

Конкурс нигеҙендә “Күләмле проза” номинацияһында Зөһрә Бураҡаева Мәрйәм Бураҡаеваның “Һылыуҡай” документаль романын тәржемә иткән; “Проза йыйынтығы”нда Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләрен Алик Шакиров руссаға  ауҙарһа; “Шиғриәт “ номинацияһында “Бәхет эҙләү” лирик шиғырҙар йыйынтығын Юрий  Татаренко  руссаға әйләндергән. Йәш яҙыусы Заһиҙә Мусина “Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы әҫәрҙәр” йыйынтығында Дилә Булгакова хикәйәләренә йән өргән,  “Классика” номинацияһында  Зиннур Ураҡсиндың  проза әҫәре улы Юлдаш Ураҡсин аша руссаға тәржемәләнгән. 

– Бындай  шәп проекттар киләсәктә лә буласаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

Автор:
Читайте нас