Мосолман руханиҙарының студенттар менән осрашыуы һәм 101 йәше тулған Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын бүләкләү – был ваҡиғаларҙың икеһе лә бер маҡсатты берләштерә: традицияларға, рухи үҫешкә, белемгә һәм халҡыбыҙ батырлығына хөрмәт. Уларҙың һәр береһе йәмғиәттең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен формалаштырыуҙа һәм быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуҙа мөһим роль уйнай. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинов бөйөк еңеүгә тос өлөш индергән һуғыш ветераны Әсҡәт Минһажетдиновҡа «Иман һәм намыҫ» орденын тапшырҙы.
Сарала Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинов үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуы хаҡында һөйләне, студенттарҙы борсоған ислам, хәҙерге тормош һәм йәмғиәттә мосолмандарҙың роленә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Руханиҙар шулай уҡ тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау, асылыбыҙға тоғро ҡалыу, башҡа мәҙәниәттәргә хөрмәт күрһәтеүҙең мөһимлеген, шулай уҡ үҙ-ара аңлашыуға һәм хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән тыныс һәм гармониялы йәмғиәт төҙөү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йәштәр өсөн бындай осрашыуҙар – дин, этика һәм әхлаҡ тураһында белемде туранан-тура дини лидерҙарҙан алыу мөмкинлеге менән ҡиммәтле.
Мосолмандарҙың фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө, шулай уҡ йәмәғәт тормошондағы роле; экстремистик идеологияларҙың хәүефлелеге, МХО яугирҙәренең ҡаһарманлығы, исламдың тыныслыҡҡа һәм ижади, рухи үҫешкә нигеҙләнгән традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау мөһимлеге хаҡында ла әйтелде.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Рәсәй мосолмандары 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәм тылда» тигән саралар циклын Үҙәк диниә назараты бик урынлы һәм мәғәнәле осрашыу менән башланы. Бындай саралар йәштәрҙә фекерләү ҡеүәһен үҫтереп кенә ҡалмай, бөгөнгө заманда уларға иман һәм әхлаҡтың мөһим яҡтарын аңларға ярҙам итә, шулай уҡ йәмғиәт, ил алдында яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләй.