Пьесаның төп геройҙары – Беренсе донья һуғышында немецтарға әсирлеккә эләккән башҡорт егете Сәйфетдин һәм уның һөйгәне, немец ҡыҙы Франциска. Телде, илде белмәгән Францисканың рухи ныҡлығына, йөрәк көсөнә хайран ҡалырлыҡ: уның һөйгәне өсөн бай, етеш тормошонан ваз кисеп, аслыҡ, фәҡирлек хөкөм һөргән ябай башҡорт еренә ерегеп китеүе, мосолман диненә күсеүе, балалар үҫтереп, башҡорт ҡатынына әүерелеүе – үҙе бер оло ҡаһарманлыҡ. Ике ғашиҡ йөрәккә тормош һынауҙарҙын еңеп сығырға фәҡәт һөйөү хисе ярҙам итә.
Тамашаға Сәйфетдин менән Франциска – Зәйнәбтең ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә килгәйне. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Зиннур Сөләймәнов