+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Март 2025, 06:23

Белореттар аҫыл улын данланы

Кисә  Мәжит  Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында  күренекле прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы  “Алтынға тиң ижад” тип аталған  уйын-квиз  үтте. Сарала  абруйлы яҙыусының яҡташтары – йәмәғәт, дәүләт  һәм сәнғәт әһелдәре ҡатнашты.

Белореттар аҫыл улын данланыБелореттар аҫыл улын данланы
Белореттар аҫыл улын данланы

 Белореттар хөрмәтле әҙиптең  әҙәби мираҫын  яҡшы белгәнлеген иҫбатланы : көсөргәнешле ярышта  "Әүжән" һәм "Аҫылташ" командалары –беренсе,   "Йәшлек һәм тәжрибә"  – икенсе, "Юрғашты” командаһы  өсөнсө урынды яуланы . Һөйөклө олатаһының бай ижади мираҫын киләсәк быуынға еткереү өҫтөндә ғәйәт ҙур эш алып барған ейәнсәре Алһыу Хамматова  “Алтын йыуыусы һәм йыйыусы” тигән күргәҙмә  менән таныштырҙы. Олатаһы хаҡында матур иҫтәлектәре менән бүлеште. Бүләсәре Нәйлә иһә олатаһының яратҡан йыры “Һандуғас”ты башҡарып, ҡунаҡтарҙы хайран итте. Күркәм сара түңәрәк өҫтәл артында ихлас әңгәмә, күтәренке кәйеф һәм  тәмле сәй табыны менән тамамланды.

Белореттар аҫыл улын данланы
Белореттар аҫыл улын данланы
Белореттар аҫыл улын данланы
Белореттар аҫыл улын данланы
Белореттар аҫыл улын данланы
Белореттар аҫыл улын данланы
Автор:
Читайте нас