+24 °С
Дождь
Үткән төндә ерҙе көслө магнит дауылы ҡаплап алған. Ул йәкшәмбегә ҡаршы төндә башланып, тағы 30 сәғәт самаһы дауам итәсәк. Был хаҡта Йыһан тикшеренеүҙәре институтының ҡояш астрономияһы лабораторияһы һәм Ҡояш-ер физикаһы институты белгестәре хәбәр итә.
Астрономдар шулай уҡ дүшәмбе, 24 мартта, бер аҙ тыныс мәл күҙәтеләсәген, ә һуңынан ерҙә 5 балға еткән ҡеүәтле магнит дауылының тағы ла бер нисә тәүлеккә һуҙыласағы хаҡында иҫкәртә.
Сығанаҡ: "Башинформ".