+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
24 Март 2025, 09:52

Белорет районында – яңы етәксеһе

Башҡортостанда Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Азат Хәкимов тәғәйенләнде. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә уның менән таныштырҙы.

Белорет районында  –  яңы   етәксеһеБелорет районында  –  яңы   етәксеһе
Белорет районында – яңы етәксеһе

 – Уның тәжрибәһе һәм тейешле белеме бар. Белореттарға көслө етәксе, ихтирамлы мөнәсәбәт кәрәк. Унда проекттар ҙа бар, проблемалар ҙа етерлек, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы һәм яңы етәксегә уңыштар теләне.

Быға тиклем Азат Хәкимов Өфөлә Октябрь районы башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне.

 

Сығанаҡ “Башинформ”

Автор:
Читайте нас