“Ҡурай даны” телевизион наградаһы 2018 йылда “Башҡортостан” ТРК-ның “Ҡурай-ТВ” музыка-күңел асыу каналы башланғысы менән булдырылды. Телевизион премияның төп маҡсаты – хеҙмәттәрендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалау, милли мираҫты һаҡлау һәм популярлаштырыу, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен үҫтереү .
Ижади сараны “Рух”, “Бишбармаҡ” “Таш-баш”, “Голоса” төркөмдәренең, Рәсүл Ҡарабулатов, Ирек Ноғоманов, Нәжип Юлдашбаев, Иҙел Нурғәлин, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, Вилдан Яруллин, Резеда Әминева, Артур Туҡтағолов, Минңифа Исҡужина, Рөстәм Шаһбалов, Азалия һәм Гүзәлиә Вәлиевалар, Рәфис һәм Алмас Суриндарҙың дәртле йырҙары, Рушан Биктимеровтың сихри ҡурай моңдары биҙәне.
“Ҡурай даны”ның даны киләсәктә лә тынмаһын!