+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
20 Марта 2025, 04:27

Шиғриәт менән донъя яҡты

Билдәле булыуынса, 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә.  Кисә Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошо матур дата уңайынан шиғриәт сәғәте уҙҙы.

Шиғриәт менән донъя яҡтыШиғриәт менән донъя яҡты
Шиғриәт менән донъя яҡты

Ижади сарала  үткән йыл Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа алынған бер төркөм  йәштәр үҙҙәренең шиғри күстәнәсе менән бүлеште. Сараға килеүсе бер төркөм  студенттарға  Таңсулпан Рәсүл, Айбулат Сәсәнбаев, Гөлнур Ҡыуатова, Айгөл Йәмилева, Айзилә Мортаева, Розалия Вәхитова, Дилә Хәйретдиноваларҙың сығышы оҡшаны. Күренекле шағирәләр Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Фирүзә Абдуллина, билдәле композитор Шәүрә Ғәппәсоваларҙың йөрәк һүҙе шиғриәт кисәһенә уғата йәм өҫтәне. 

Шиғриәт менән донъя яҡты
Шиғриәт менән донъя яҡты
Шиғриәт менән донъя яҡты
Шиғриәт менән донъя яҡты
Шиғриәт менән донъя яҡты
Автор:
Читайте нас