Өфөлә «Салауат Юлаев»тың тоғро көйәрмәне Рәшиҙә Мортазина Григорий Паниндың саҡырыуы буйынса яратҡан командаһының уйынына килде. 86 йәшлек көйәрмән юлаевсыларҙың көсөргәнешле алышта Минскиҙың «Динамо»һын еңеүенә ҡыуаныуын белдерҙе.
«Бик борсолоп ҡараным. Ғәҙәттә, өйҙә хоккейҙы тыныс ҡына ҡарайым, ә бында хатта тауышымды юғалттым. Башҡа көйәрмәндәр менән бергә ҡысҡырҙым, көйҙөм. Беҙҙең хоккейсылар иң яҡшыһы!» — тип уртаҡлашты тәьҫораттары менән Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы.
Матчтан һуң команда капитаны Григорий Панин менән һаҡсы Алексей Василевский Рәшиҙә инәйгә бүләк яһаны – уға үҙенең исеме һәм йәше яҙылған футболка бүләк итте. Хоккейсылар автографтарын ҡалдырҙы, тағы ла өйҙә үткән уйындарға килергә тәҡдим итте. Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙы яуап итеп юлаевсыларға еңеүҙәр теләне һәм йәнә «Салауат Юлаев – чемпион!» тип ҡысҡырҙы.
https://bash.bashinform.ru/news/sport/2025-03-16/f-l-salauat-yulaev-komanda-y-86-y-shlek-r-shi-in-yg-b-l-k-ya-any-4158674