+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Март , 14:38
Бөгөн "Ваня ағай"
Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында – премьера. “Ваня ағай” – һәр кешене мәңгелек төшөнсәләр хаҡында уйға һалыр, тетрәндерер юғары сюжетлы спектакль. Әҫәрҙе сәхнәләштереүсе Санкт-Петербург режиссеры Степан Пиктеев белдереүенсә, спектакль бөйөк Чеховтың бер - нисә әҫәрен дөйөмләштереп ҡуйылған, шуға ла тормош күренештәре, тип атала. Әҙәм балаһының Йыһанда бер саң ғына булыуы, тормош ваҡлыҡтарына батып, күп ваҡытта дөрөҫ йәшәмәүе, хыялдарына хыянат итеүе, теләктәрен бойомға ашырмауы һәм ғүмере һуңында тормошоноң мәғәнәһеҙ үтеүенә үкенеү тойғолары кисереүе шул тиклем аяныс.
Бөгөн "Ваня ағай"
Ысынын әйткәндә, Чеховты бер уҡыуҙан ғына аңлап булмай. Сәхнә әҫәрен дә бер-ике тапҡыр ҡарарға кәрәктер, моғайын. Ә спектакль шәп, мотлаҡ барып күрегеҙ!
Автор:
Айзилә Мортаева
Читайте нас: