Әйтәйек, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан башҡорт кинорежиссеры, Рәсәйҙең Кинематографистар союзы ағзаһы Булат Йосоповтың «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» хәрби-патриотик фильмының премьераһы көтөлә. Уның сюжеты Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Учалы районы үҫмерҙәренең ҡаһарманлығына бағышлана, улар 400 һыйырҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып баралар.
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы әлегә «Генерал Шайморатов» тигән исем аҫтында тулы метражлы анимация фильмын төшөрөү менән мәшғүл.
Бер үк ваҡытта республикала яңы концерт программаһын, спектаклдәр әҙерләйҙәр. Бынан тыш, Армия мәҙәниәте көндәрен, «Геройҙар дәүере» патриотик йырҙар конкурсын, «Хәтер вахтаһы», «Хәтер шәме», «Үлемһеҙ полк», «Хәтер баҡсаһы» акцияларын үткәреү планлаштырыла.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәлдәрен, обелисктарын, мемориалдарын һәм ҡәберлектәрен тәртипкә килтереү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
«Төп саралар — тантаналы парад, тантаналы йыйылыш, байрам концерты һәм мемориалдарға сәскә һалыу 9 Майҙа була», — тип яуапланы Радий Хәбиров журналистың һорауына.