+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Март 2025, 13:16

“Хис-тойғолар менән идара итә белеү мөһим”

Психолог Марина Фисенко тын алыу күнекмәһе эшләргә өйрәтә. Тулыраҡ – сайтта:

“Хис-тойғолар менән идара итә белеү мөһим”“Хис-тойғолар менән идара итә белеү мөһим”
“Хис-тойғолар менән идара итә белеү мөһим”

Психолог Марина Фисенко тын алыу күнекмәһе эшләргә өйрәтә.

Тулыраҡ – сайтта:

 

 “СВОЯ семья” ғаилә форумында психолог Марина Анатольевна Фисенко “Балаларҙы тәрбиәләгәндә эмоциональ интеллект” темаһына сығыш яһаны.  

“Ҡыуаныу, ышаныу, ҡыҙыҡһыныу, ғәжәпләнеү, ҡурҡыу, асыу, ҡайғырыу, ерәнеү... – был хис-тойғоларҙың кешегә һәр береһе кәрәк. Үҙеңде аңлау өсөн ошо һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ: “Мин әле ниндәй хис-тойғо кисерәм?”, “Был эмоцияның сәбәбе нимәлә?”, “Тап әле ошо эмоция миңә файҙа килтерәме?”, “Көн дауамында мин ошо тойғоно нисә тапҡыр кисерәм?” – тип кәңәш бирә ул.

Психолог фекеренсә, балаларҙы ла үҙ хис-тойғоһона иғтибарлы булырға өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн һорауҙар биреү, үҙеңдең кисергәндәрең тураһында һөйләү ҙә ярҙам итә. Тағы ла: әкиәт уҡығандан һәм йәнһүрәт ҡарағандан һуң геройҙар тураһында һөйләшеү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Геройҙар нисек ярашты? Был осраҡта ни эшләргә мөмкин булыр ине? Ошо һорауҙарға бергә яуап эҙләү бик яҡшы.

Күңел төшкәндә, тулҡынланғанда балаға ғына түгел, бар ғаиләгә тын алыу күнекмәләре эшләү ҡамасау итмәҫ:

- 4-кә тиклем һанағансы танау аша тын алабыҙ,

- 2-гә тиклем һанағансы тын алмайынса торабыҙ,

- 8-гә тиклем һанағансы ауыҙ аша һауаны сығарабыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас