+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Март 2025, 12:13

Өфөлә “СВОЯ семья” ғаилә форумы бара

Сараны ойоштороусы, үҙе лә күп бала әсәһе Ирина Сухарева һөйләй.

Сараны ойоштороусы, үҙе лә күп бала әсәһе Ирина Сухарева һөйләй.

 Заман ғаиләһен ниндәй мәсьәләләр борсой? Эштә лә, ғаиләлә лә барыһы ла ал да гөл булһын өсөн ни эшләргә? Үҫмерҙәрҙе нисек тәрбиәләргә? Бәләкәстәрҙең һөт тештәрен дауалау кәрәкме?

Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарға эксперттар яуап бирҙе. Улар араһында табиптар, психологтар, юристар, логопедтар, бизнес буйынса белгестәр бар. Шулай уҡ ҡул эштәре күргәҙмәләре, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, түләүһеҙ консультациялар ойошторолған. Балалар өсөн ижади майҙандар, уйын зоналары эшләй.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас