+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Март 2025, 12:54

Һаулығыңды йәштән һаҡла!

Республиканың  Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ярҙамы менән ойошторолған “Үҙ ғаиләм” (“Своя семья”) ғаилә форумында көнүҙәк темаларҙы үҙ эсенә алған  лекция-семинарҙар үтте. Хирург, флеболог Татьяна Валерьевна Янова  “ Йөклөлөк  һәм варикоз” темаһына арналған лекцияла  ауырлы саҡта варикоздың эҙемтәләре, хәүефе һәм дауалау ысулдары хаҡында  һөйләне.

Һаулығыңды йәштән һаҡла!Һаулығыңды йәштән һаҡла!
Һаулығыңды йәштән һаҡла!

Ваҡытында  табиптарға  мөрәжәғәт итмәү веналарҙың шартлауына, ҡан төйөрөлөүенә килтерергә һәм хатта үлемгә сәбәпсе булыуға мөмкин, тип билдәләне ул сығышында. Һәм  һәр ҡатын-ҡыҙға, бигерәк тә йөклө ваҡытта, үҙ сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырҙы.

 

Һаулығыңды йәштән һаҡла!
Һаулығыңды йәштән һаҡла!
Һаулығыңды йәштән һаҡла!
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас