+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Март 2025, 06:27

Ришат Төхвәтуллин – Башҡортостандың халыҡ артисы

Бөгөн  Өфөлә  республика Башлығы  Радий Хәбиров  Ришат Төхвәтуллинға Башҡортостандың халыҡ артисы  тигән  юғары награда тапшырҙы. Йырсы шатлығынан  «Элмәлек» башҡорт халыҡ йырын һуҙып ебәргән һәм тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһын да таң ҡалдырған, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Ришат Төхвәтуллин  –  Башҡортостандың халыҡ артисыРишат Төхвәтуллин  –  Башҡортостандың халыҡ артисы
Ришат Төхвәтуллин – Башҡортостандың халыҡ артисы

Моңло йырсы  сығышы менән Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылынан. Атаһы Айрат Сөләймән улы механизатор, ә әсәһе Розалия Нурулла ҡыҙы клуб мөдире булып эшләй. Ришат Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһының хор бүлегендә (етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Зәкир ҡыҙы Мусина) уҡып сыға. 2013 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (профессор, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Фәтхулла ҡыҙы Сәғитова класы буйынса) тамамлай.

Бала сағынан йыр-моңға ғашиҡ  Ришат  мәктәптә уҡыған сағында  Нефтекамала үткәрелгән башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» төбәк-ара конкурсында 2-се урынды яулай. 2008 йылда «Гәлсәр hандуғас» конкурсында ҡатнашып, «Гармун моңо» йыры менән «Өмөт» номинацияһында еңә.  4-се курстан концерттар менән сығыш яһай башлай. 2011 йылда «Татар моңо» фестивалендә башҡорт халыҡ йыры «Элмәлек» һәм татар халыҡ йыры «Әллүки»не башҡарып, 3-сө урынға лайыҡ була. Рәшит Ваһапов исемендәге фестиваль лауреаты. Рәшит Ваһапов фонды директоры Рифат Фәттәхов йырсының беренсе гастролдәрен ойоштора.  Йырсы үҙенең ижади төркөмө менән Рәсәй Федерацияһының төрлө республикаларында һәм өлкәләрендә йылына 130 концерт ҡуя.

Автор:
Читайте нас