+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Март 2025, 03:57

Эшсе ҡатын-ҡыҙҙар съезында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Илебеҙҙең оборона, авиация һәм машина төҙөлөшө сәнәғәте тармаҡтары үҫешкән төбәктәрҙән йыйылған 300-ләгән делегат араһында Башҡортостандан, Удмуртиянан һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Владимир, Ленинград өлкәләренән вәкилдәр, шул иҫәптән яҡындары МХО-ла булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине.

Эшсе ҡатын-ҡыҙҙар съезында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?Эшсе ҡатын-ҡыҙҙар съезында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?
Эшсе ҡатын-ҡыҙҙар съезында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

1 мартта Өфө ҡалаһының Профсоюздар йортонда VII төбәк-ара сәнәғәт предприятиелары эшсе ҡатын-ҡыҙҙар съезы үтте. Рәсәй сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республика ойошмаһы (РОСПРОФПРОМ) ойошторған сараға илебеҙҙең оборона, авиация һәм машина төҙөлөшө сәнәғәте тармаҡтары үҫешкән төбәктәрҙән йыйылған 300-ләгән делегат араһында Башҡортостандан, Удмуртиянан һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Владимир, Ленинград өлкәләренән вәкилдәр, шул иҫәптән яҡындары МХО-ла булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине.
Съезда ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәнәғәттәге хәле, тәжрибә уртаҡлашыу һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, һөнәри оҫталыҡты күтәреү һәм карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү өсөн уртаҡ ҡарарҙар әҙерләү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.   
Башҡортостан сәнәғәтселәренең профсоюз лидеры Ирина Исламова белдереүенсә, ике йылға бер тапҡыр 8 Март байрамы алдынан уңған эшсе гүзәл заттарҙы йыйып, уларҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү һәм иң-иңдәрҙе бүләкләү матур йолаға әйләнгән. Съезд сиктәрендә пленар ултырыштар, дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә үтә.

Бөгөн сәнәғәт өлкәһендә ҡатын-ҡыҙ башланғыстарына ярҙам итеү һәм үҫтереү саралары, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы яңы технологик процестарға интеграциялау мәсьәләләре ҡаралды. "Закон. Хоҡуҡ. Гарантиялар. Ҡатын-ҡыҙ ҡарашы" майҙансығында гүзәл заттар мәнфәғәттәренә ҡағылышлы закон проекттары, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына дәүләт ярҙамы саралары, сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәт ҡануниәтен үтәү һәм унда көс түккән ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәт ҡануниәтендә билдәләнгәндән тыш гарантиялар тураһында ҡыҙыу фекер алышыуҙар булды.
"Профсоюздар сәләмәтлек өсөн" майҙансығында онкология ауырыуҙарын иртә диагностикалау, диспансеризацияны популярлаштырыу, ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында предприятиеларҙа һаулыҡ һаҡлау пункттары эшен яйға һалыу кеүек һорауҙар ҡаралды, артабанғы эш йүнәлештәре буйынса аныҡ тәҡдимдәр бирелде. Съезд тәжрибә уртаҡлашыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәт иткән эшсе ҡатын-ҡыҙҙарының мәнфәғәттәрен яҡлау һәм яңы мөмкинлектәр булдырыу өсөн ысындан мөһим майҙансыҡҡа әйләнгән. Ҡатнашыусылар, берҙәм тырышлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәнәғәттә уңышлы эшмәкәрлегенә уңайлы шарттар булдырыуға һәм төбәктәр иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, тигән ышаныста таралышты.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас