+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Февраль 2025, 10:45

Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды

  Ниңә бөгөн  үлемһеҙ  йырҙар яҙылмай? Ниңә бөгөн шағирҙар  һәм композиторҙар араһында ижади дуҫлыҡ юҡ?  Бының сәбәбе нимәлә? Ә бит ысын шиғриәт һәм музыка  иҫ киткес моң, йыр тыуҙырырға һәләтле. Башҡортостандың композиторҙар союзы бинаһында үткән бөгөнгө  осрашыуҙа  ошо һәм ижадҡа ҡағылышлы башҡа  мөһим  мәсьәләләр хаҡында һөйләште республиканың профессиональ яҙыусылары һәм композиторҙары .

Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалындыИжади дуҫлыҡҡа күпер һалынды
Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды

Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостандың  Композиторҙар союзы  рәйесе Ләйлә  Заһир ҡыҙы  Исмәғилева  музыкаль әҫәрҙәр ижад итеү өсөн, бигерәк тә балаларға хор циклдары өсөн башҡортса  мәғәнәле шиғырҙар кәрәклеген билдәләне. Легендар композитор Нур Дауытов халыҡ күңелен яуларлыҡ йыр яҙыр өсөн ниндәй шиғырҙар мөһимлеген аңлатты. Ике абруйлы Союз  араһындағы һөйләшеү бик йәнле барҙы, һәм  ул  киләсәктә  үҙ  емешен бирмәй ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.

Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды
Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды
Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды
Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды
Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды
Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды
Ижади дуҫлыҡҡа күпер һалынды
Автор:
Читайте нас