+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Февраль 2025, 07:00

Матур датала 143 пар никахтарын теркәгән

Ғашиҡтар никахтарын теркәү өсөн матур датаны һайларға тырыша. 25022025 - ошондай һандар тура килгән шишәмбе көндө Башҡортостанда ғына 143 пар сәстәрен сәскә бәйләне. Календарҙа киләһе ошондай матур дата – май айында , ул йәкшәмбегә тура килә.

Матур датала 143 пар никахтарын теркәгәнМатур датала 143 пар никахтарын теркәгән
Матур датала 143 пар никахтарын теркәгән

Башҡортостанда ғашиҡ парҙар никахтарын теркәү өсөн матур датаны һайларға тырыша. Мәҫәлән, 2025 йылдың 25 февралендә 143 пар сәстәрен сәскә бәйләне. Был хаҡта Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Ведомствола белдереүҙәренсә, быйыл өйләнешеүселәр 25 һаны булған даталарға иғтибар итә. Календарҙа киләһе ошондай матур дата – 2025 йылдың 25 майы, ул йәкшәмбегә тура килә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, ағымдағы йылдың 25 ғинуарында Башҡортостанда 281 пар ғаилә ҡорған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-26/143-pary-pozhenilis-v-bashkirii-v-zerkalnuyu-datu-25-02-2025-4136967

Автор:
Читайте нас