+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Февраль 2025, 06:49

Илфаҡ Смаҡовты иҫләп

Уникаль тауышы, тәрән моңо менән халыҡ һөйөүен яулаған талантлы башҡарыусы Илфаҡ Смаҡовты иҫкә алыу кисәһе оҙон көйлө, йылы хәтирәле үткәндәргә алып ҡайтҡандай булды. Сәхнәнән уның популяр йырҙары Азамат Тимеров, Йәмил Әбделмәнов, Рәсүл Ҡарабулатов, Нәзифә Ҡадирова, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, Илһам Вәлиев, Фәдис Ғәниев менән Лилия Биктимерова кеүек танылған артистар башҡарыуында  яңғыраны.

Илфаҡ Смаҡовты иҫләпИлфаҡ Смаҡовты иҫләп
Илфаҡ Смаҡовты иҫләп

Уникаль тауышы, тәрән моңо менән халыҡ һөйөүен яулаған талантлы башҡарыусы Илфаҡ Смаҡовты иҫкә алыу кисәһе оҙон көйлө, йылы хәтирәле үткәндәргә алып ҡайтҡандай булды. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залына музыка сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән мәшһүр артисты хөрмәтләү һәм иҫкә алыу өсөн  яҡындары, ижадташтары, яҡташтары, дуҫтары һәм моңон һөйөүселәр йыйылды.

Сара Илфаҡ Смаҡов хаҡында күңелгә үтеп инерлек йылы хәтирәләр һәм, әлбиттә, музыка менән үрелеп барҙы. Сәхнәнән талант эйәһенең популяр йырҙары Азамат Тимеров, Йәмил Әбделмәнов, Рәсүл Ҡарабулатов, Нәзифә Ҡадирова, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, Илһам Вәлиев, Фәдис Ғәниев менән Лилия Биктимерова кеүек танылған артистар башҡарыуында  яңғыраны. Йырсының һирәк яҙмалары уның ҡабатланмаҫ тауыш тембрын ишетергә һәм ижадына яңынан һоҡланырға  мөмкинлек бирҙе. Илфаҡ Мөҙип улының һөйөклө ҡатыны, шулай уҡ һәләтле башҡарыусы Асия Смаҡованың да йыры йөрәктәрҙе тетрәтте. Әйтергә кәрәк, ире яҡты донъяны ҡалдырғас, Асия апай уның исемен мәңгелләштереү өсөн бөтә көсөн һала: кисәләр уҙғара, ҡәберенә иҫтәлекле гранит таш ҡуйҙыртты, Саҡмағош районы Рапат ауылы мәҙәниәт йортона Илфаҡ Смаҡов исеме бирелһен өсөн тырышты.  Шуға ла уның йырҙары халыҡ йөрәгендә мәңге йәшәйәсәк. Был хәтер кисәһе генә түгел, ә мөхәббәт, тоғролоҡ һәм ысын ижадтың һүнмәҫ көсөн дәлилләүсе сағыу сара ла булды.  

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас