+30 °С
Болотло
Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында урынлашҡан экспозицияла китаптар, фотоһүрәттәр, шулай уҡ яҙыусының тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле үҙенсәлекле артефакттар тәҡдим ителә. Сараға танылған романсыны күреп белгән яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡова һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, Һ.Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдиҡова саҡырылған. Күргәҙмә асылғандан һуң республиканың уҡыу йорттарында Һәҙиә Дәүләтшина ҡалдырған мәҙәни мираҫты тәрәнерәк аңлатыу өсөн тематик лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған.