+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Февраль 2025, 04:35

Һаҡ булығыҙ: грипп көсәйә

Белеүебеҙсә, февраль – март айҙарында вируслы ауырыуҙар көсәйеүсән. Башҡортостанда  киҙеү сәбәпле 4 мәктәп һәм 1 балалар баҡсаһы карантинға ябылды, шулай уҡ утыҙ өс мәктәптә алтмыш алты класс һәм ун алты балалар баҡсаһында егерме биш төркөмдөң эше өлөшләтә туҡтатылды, тип хәбәр итәләр   Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Һаҡ булығыҙ: грипп көсәйәҺаҡ булығыҙ: грипп көсәйә
Һаҡ булығыҙ: грипп көсәйә

Ведомствола белдереүҙәренсә, һуңғы аҙнала республикала респиратор инфекциялар менән ауырыусыларҙың 7% артыуы күҙәтелә. Уҙған аҙнала республикала киҫкен респиратор инфекциялар йоҡтороуҙың 28 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, шуларҙың яртыһы – 14 йәшкә тиклемге балалар.

 Башҡа респиратор вирустар араһында грипп вирустарының өлөшө – 64,5%,  А киҙеүе (H1N1) вирусы өҫтөнлөк итә.

 

Сығанаҡ “Башинформ”

Автор:
Читайте нас