Иглин районында йәшәгән Рәйфә Насирова яңыраҡ ҡына 103 йәшен билдәләгән. Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йөҙйәшәр инәй хаҡында видеояҙмалар төшөрөп һалған.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙының, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, зиһене яҡты, хәтере шәп. Ул яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара, беҙҙә һәм сит илдәрҙә барған хәлдәр тураһында ла хәбәрҙар.
Рәйфә Насирова 1942 йылдың 5 майында фронтҡа китә. Сталинград өсөн барған алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыш бөткәнсе зенитсы булып хеҙмәт итә. Яраланып, госпиталдә ята, һуңынан контузия ала. Еңеүҙе 23 йәшендә ҡаршылай.
«80 йыл үтте, 100 йылдан ашыу... Шөкөр, юҡҡа йәшәмәнем. Еңдем дә, балаларым да бар. Алты балам, ун дүрт ейәнем, ун һигеҙ бүләм һәм хатта бер тыуамды күрҙем. Ғаиләм ҙур минең!» — тип ҡыуана Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы.
Сығанаҡ “Башинформ”