+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Февраля 2025, 04:22

"Урман ҡыҙы"нда ҡунаҡта

19 февраль  Берҙәм Рәсәй йәмәғәт ярҙамы штабында күренекле шағирә, драматург, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт  хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, милли матбуғатыбыҙ ветераны,  журналист Тамара Искәндәриәнең «Урман ҡыҙымын мин...» тип аталған  ижад  кисәһе  юғары  кимәлдә  үтте.

"Урман ҡыҙы"нда ҡунаҡта"Урман ҡыҙы"нда ҡунаҡта
"Урман ҡыҙы"нда ҡунаҡта

Кисәлә Тамара Искәндәриәнең ҡәләмдәштәре, Ишембай районынан яҡташтары, һабаҡташтары күңел түрендәге иң йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәзифә Динмөхәмәтова шағирәнең шиғырҙарын йөрәккә үтерлек итеп, юғары  сәнғәт оҫталығы менән уҡыны.  Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов әҙибәгә Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Н.Ф. Иванов исеменән Пушкиндың Алтын миҙалын тапшырҙы. Таланты йырсылар, Бөрйән һандуғастары –  Әлфиә Юлсурина менән Венера Юлгилдинаның   хисле  йырҙары,  ҡурайсы Азат Биксуриндың илаһи  ҡурай моңдары байрамдың бер биҙәге булды. Рух һәм зауыҡ, йылылыҡ һәм ихласлыҡ менән һуғарылған ижад кисәһен талантлы ҡәләмдәшебеҙ Зөлфиә Ханнанова алып барҙы.

 

"Урман ҡыҙы"нда ҡунаҡта
"Урман ҡыҙы"нда ҡунаҡта
"Урман ҡыҙы"нда ҡунаҡта
Автор:
Читайте нас