Был матур акцияны Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы һәм Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә башлап ебәрҙе.
23 февралгә тиклем китаптарҙы «Китап» ҡабул итеү пункттарына килтерергә мөмкин. 2022 йылдан да алдараҡ нәшер ителмәгән, яҡшы тороштағы баҫмалар баш ҡалабыҙҙа түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә:
Акция барышында йыйылған китаптар «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалына, ә артабан Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тапшырыла.