+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
18 Февраль 2025, 07:41

Тамара Искәндәриә йондоҙлоғонда

Тамара Искәндәриәнең (Юлдашева) әҙәбиәт күгендә сағыу, яҡты үҙ йондоҙлоғо бар һәм уның тәрән фәлсәфә, юғары рух, нескә зауыҡ  менән һуғарылған  ижад емештәрен башҡалар менән бутау мөмкин түгел.

Тамара Искәндәриә йондоҙлоғондаТамара Искәндәриә йондоҙлоғонда
Тамара Искәндәриә йондоҙлоғонда

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, милли матбуғатыбыҙ ветераны бөгөн дә ең һыҙғанып ижад итә: шағирәнең шиғырҙары, поэмалары, тәржемәләре – заман йылъяҙмаһы ул.

Иртәгә, йәғни 19 февраль көнө,  Тамара Искәндәриәнең  “Урман ҡыҙымын мин...” тип аталған  ижад кисәһе үтә. Байрамда шағирәнең ҡәләмдәштәре, яҡташтары, дуҫтары, шиғриәт һөйөүселәр ҡатнаша. Китап йәрминкәһе лә ойоштороласаҡ. Йыр-моң менән үрелеп барған матур кисәһенән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас