Конкурсҡа тәҡдим ителгән гимндың тексы дәүләт телдәренең береһендә – рус йәки башҡорт телендә, автор әҫәре булырға тейеш. Сифатлы аудио/видео материалдар ҡабул ителә. Музыкаль композиция 5 минуттан артмаҫҡа тейеш.
«Башҡорт аты — Башҡортостандың милли символы. Баймаҡ районы фермеры Илнур Биктимеров беҙгә конкурс үткәреү идеяһы менән мөрәжәғәт итте. Беҙ уны хупланыҡ, положение әҙерләнек, профессиональ жюри ағзаларын йыйҙыҡ», — тип билдәләне «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институты» ойошмаһы директоры Руслан Ғиззәтуллин.
Еңеүсе йырға авторлыҡ хоҡуғын «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институтына тапшыра. Тулыраҡ – конкурс тураһында положение беркетелгән файлда.
Эштәр 2025 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итеү, еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы 2025 йылдың мартында була. Конкурс еңеүселәре 2025 йылда «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленең концерт программаһында ҡатнаша.
Конкурсты «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты» ойошмаһы, Башҡортостандың «Туризмды үҫтереү үҙәге» ойошмаһы, Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы һәм «Ҡыпсаҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы.
Гимн конкурсы тураһында положение
Сығанаҡ “Башинформ”